Бөтә яңылыҡтар

Мал ҡышлатыу нисек бара, техника сәсеүгә әҙерме?

Кисә Һаҡмар ауыл биләмәһенең Назар һәм Арсен ауылдарында мал ҡышлатыу һәм техниканы яҙғы сәсеү эштәренә әҙерләү буйынса кәңәшмә-семинар уҙҙы.

Сарала район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, уның беренсе урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтов, МКҮ, ауыл хужалығы бүлеге белгестәре, ветеринар станция хеҙмәткәрҙәре, ашламалар етештереүсе завод вәкилдәре,  хужалыҡтар етәкселәре ҡатнашты.

Семинар Назар ауылында Ислам Ситиновтың хужалығында мал ҡышлатыуға байҡау яһауҙан башланды һәм артабан Арсен ауылындағы Людмила Бикбаеваның хужалығында дауам итте. Семинарҙа ҡатнашыусылар Бикбаевтарҙың һауын һыйырҙары, йәш таналар торған фермаларында булды, шулай уҡ техниканы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләгән машина-трактор станцияһы менән дә танышты. Кәңәшмәнең пленар өлөшө Арсен ауылы клубында үтте.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: