"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Ҡырауҙарҙың сәсеүлектәргә ниндәй зыян килтереүе тураһында хәбәр иттеләр

 6 мең гектар майҙандарҙы яңынан сәсергә кәрәк

Ҡырауҙарҙың сәсеүлектәргә ниндәй зыян килтереүе тураһында хәбәр иттеләр
Ҡырауҙарҙың сәсеүлектәргә ниндәй зыян килтереүе тураһында хәбәр иттеләр

Майҙың тәүге декадаһында ҡырау төшөүе арҡаһында Башҡортостанда сәсеүлектәр 10 мең гектар самаһы майҙанда зыян күргән. Шуларҙың 6 мең гектарында культураларҙың һәләк булыуы теркәлгән. Был майҙандарҙы яңынан сәсергә кәрәк, тип хәбәр итте хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Бөгөнгә республикала яҙғы культуралар планлаштырылған майҙандың 58 проценттан ашыуына, йәғни 1,174 миллион гектарына сәселгән. Тәүлегенә 70 мең самаһы гектар сәселә.

Шул уҡ ваҡытта һигеҙ район аграрийҙары сәсеү эштәрен 80 проценттан ашыуға үтәгән. Улар араһында – Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ, Әлшәй, Шишмә, Илеш, Бүздәк, Дәүләкән, Ауырғазы. Башҡортостандың 15 районында 60 проценттан ашыуы сәселгән.

«976 гектар майҙанда бөртөклө ужым культуралары урынына, ҡабаттан нигеҙҙә бөртөклө яҙғы культуралар ҡабаттан сәселде», – тип өҫтәне Илшат Фәзрахманов.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: