"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Грант яҡшы ярҙам булған

Байдәүләт ауыл биләмәһенең Сирғол ауылында йәшәүсе Аҙнағолова Зифа Рәшит ҡыҙы ла 2020 йылда республика тәҡдим иткән “Агростартап” программаһында үҙен һынап ҡараған.

Грант яҡшы ярҙам булған
Грант яҡшы ярҙам булған

 Республика Башлығы төбәк иҡтисадының нигеҙе булған республика агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Ауылы хужалығы халыҡты эш урындары тәьмин итеүсе һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге булдырыуҙа төп урын биләй. Фермерҙарҙың, ауыл хужалығында эшләүсе шәхси эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлегенә ярҙам итерлек төрлө гранттар, субсидиялар һәм льготаларҙы респбуликаның барлыҡ райондарында юллап алып була. Йылдан-йыл төбәк агросәнәғәт комплексында төрлө яңыртыуҙар ярҙамында һөҙөмтәлерәк була бара һәм конкурентлыҡ һәләтен арттыра.

Байдәүләт ауыл биләмәһенең Сирғол ауылында йәшәүсе Аҙнағолова Зифа Рәшит ҡыҙы ла 2020 йылда республика тәҡдим иткән “Агростартап” программаһында үҙен һынап ҡарай. Бәхеткә күрә еңеп сыға һәм 2,9 млн һумлыҡ грантҡ эйә була. Зифа Рәшит ҡыҙы тормош иптәше Илдар Сәлимгәрәй улы менән был аҡсаға хужалыҡта бик кәрәк МТЗ-82 тракторы, ПРФ-145 бесән пресы, бесән әйләндереүсе ҡоролма һатып алырға ҡарар итә. Ҡалған аҡсаға уңған хужалар һыйыр малдарын ишәйтеү маҡсатында 12 баш симментал ҡоҡомло һыйыр ҙа һатып ала. Шулай итеп дәүләттән алынған ярҙам тулыһынса үҙләштерелә.

Бөгөн Аҙнағоловтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығы үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә. Уларҙың 40 баштан артыҡ һыйыр малы, 38 баш йылҡы малы иҫәпләнә. Әлеге ваҡытта малдар йәйләүҙә, уларҙы Ибрай ауылынан бер туған Хәсән һәм Хәлим Ҡолмөхәмәтовтар ҡарай.

Хужалыҡ барлығы 77 га баҫыуҙарҙы эшкәртә. Баҫыу эштәрен башҡарыу өсөн Аҙнағоловтарҙың етелек техникаһы бар: ике МТЗ-8 тракторы, бер ДТ, “Нива” комбайны, сәскес, культиватор. Быйыл уңған хужалар бойҙай, һоло һәм арпа сәскәндәр. Әйткәндәй, былтыр Аҙнағоловтар иген культураларынан йылына күрә яҡшы ғына уңыш алып ҡыуанғандар. Уңыш айырым баҫыуҙарҙа урыны менән уртаса 25 центнерға еткән. Тағы ла хужалыҡ 34 га  ауыл биләмәһе хакимиәте ерҙәрен дә ҡуртымға алған һәм унда бесән өсөн күп йыллыҡ үлән үҫтерә.

- Һауа торошо бесән эшләргә көн бирмәй. Көндәр ултырыу менән сабырға төшөргә уйлайбыҙ. Күптән техниканы әҙерләп ҡуйғанбыҙ. Иген культураларынан быйыл да уңыш яҡшы ғына булмаҡсы. Ямғырға тигеҙмәй генә мәлендә йыйып алырға яҙһын тип теләйбеҙ, – ти Аҙнағоловтар.

  Әйткәндәй, барлыҡ баҫыу эштәрен тиерлек Аҙнағоловтар үҙҙәре башҡара, ҡыҙыу сәсеү һәм ураҡ имәлендә Өфөлә йәшәүсе улдары Ильяс ҡайта. Комбайнда иһә ҡустыһы һәм ҡәйнеше Фәнил ярҙам итә. Бергәләгәс Аҙнағоловтарҙың эштәре лә уңа.

Азамат Салауатов, Ейәнсура районы хакимиәтенең бизнес-шерифы: - “Агростартап” программаһында теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала. Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы тәҡдим иткән программа буйынса 7 млн һумлыҡ грантҡа дәғүә итергә була.
Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: