"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда ямғырҙарҙың ауыл хужалығына күпме зыян килтереүе билдәле булды

...

Башҡортостанда ямғырҙарҙың ауыл хужалығына күпме зыян килтереүе билдәле булды
Башҡортостанда ямғырҙарҙың ауыл хужалығына күпме зыян килтереүе билдәле булды

Тупраҡтың артыҡ дымланыуы сәбәпле Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәренә килтерелгән зыян суммаһы 1,06 миллиард һум тәшкил итә. Яҡынса 120,5 мең гектар майҙанда уңыш юҡҡа сыҡҡан, шуның 112,3 мең гектарын бөртөклөләр һәм ҡуҙаҡлылар биләй. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә хөкүмәт вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.

Фәзрахманов һүҙҙәренсә, 11 июлдән 11 сентябргә тиклем ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү тураһында республика хөкүмәте ҡарарының проекты әҙерләнгән. Әлегә зыян күләме 33 райондан алынған мәғлүмәттәргә таянып иҫәпләнгән. Был аҙнала башҡа муниципалитеттар ҙа ошондай мәғлүмәт бирергә тейеш.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: