2019 – 2023 йылдарҙа республиканың фермер хужалыҡтарына грант ярҙамына 3,3 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Был хаҡта 12 августа Республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә вице-премьер – төбәктең ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.
Радий Хәбиров, Республика Башлығы:
“Финанс ярҙам ауылда хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереүҙә мөһим фактор булып тора.”
Кәримә һәм Илфат Хәсәевтар ғаилә ҡорғас, ауылдарында – Әлебайҙа төпләнә. Йәштәр эш юҡлыҡҡа һылтанып, ҡалаға китергә ынтылғанда, улар үҙ эшен булдыра. Бығаса ғаилә башлығы йылҡысылыҡ менән шөғөлләнһә, быйыл Кәримә Айрат ҡыҙы ла теркәлеп, хөкүмәт ярҙамы менән үҙҙәрен малсылыҡтың тағы бер йүнәлешендә һынарға ҡарар итәләр.
Әлбиттә, башта икеләнеүҙәр ҙә була. Әммә ниәте менән мәғлүмәт-консультация үҙәгенә мөрәжәғәт иткән буласаҡ эшҡыуар яҡлау таба. Үҙәк белгестәре Кәримә Айрат ҡыҙына үҙен “Агростартап” программаһында һынап ҡарарға тәҡдим итәләр. Һәм күп тә үтмәй документтар туплана, бизнес-план әҙерләнә.
Документтар туплау – бер, артабан бизнес-планыңды тейешенсә яҡлау талап ителә. Хәсәевтар Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы тарафынан хуплау таба һәм малсылыҡ тармағын үҫтереү өсөн 3 млн һумдан артыҡ грант ярҙамы алыуға өлгәшә.
Йәш фермерҙар был аҡсаға МТЗ-82 тракторы һәм бесән йыйыусы пресс алған да инде. Оҙаҡламай улар Баймаҡ районынан герефорд тоҡомло 25 баш һыйыр малы алып ҡайтасаҡ. Артабан уларҙың хужалығы ит малсылығы йүнәлеше буйынса эшен дауам итәсәк.
Зәбир Мәхиәнов, Ейәнсура районы хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе: