"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Мал аҙығы әҙерләү дауам итә

Иҙелбәк ауылынан йәш фермер Әхәт Байбулатов хужалығында ла көндәрҙең ҡоро тороуы менән файҙаланып, ҡырсылар мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл.

Мал аҙығы әҙерләү дауам итә
Мал аҙығы әҙерләү дауам итә

Быйылғы йәй аграрийҙарҙы һәр яҡлап һынай. Өҙлөкһөҙ яуған ямғырҙар ваҡытында мал аҙығы әҙерләүгә форсат бирмәне. Ә шулай ҙа хужалыҡ етәкселәренең сосораҡтары, көн торошон иҫәпкә алып, йәшел массаны сенажға һалды, әлбиттә, отто ла. Иҙелбәк ауылынан йәш фермер Әхәт Байбулатовтың хужалығында ла оҙайлы ямғырҙар осоронда сабылған күп йыллыҡ үләнде һутлы аҙыҡ итеп һалып ҡалдырғандар. 1000 тоннанан артыҡ сенаж хужалыҡта аҫыралған малдарға бик яҡшы буласаҡ.

Әле хужалыҡта көндәрҙең аяҙ тороуы менән файҙаланып, уңыш йыйыу менән бер рәттән бесән әҙерләү ҙә әүҙем бара. 297 баш һыйыр малы иҫәпләнгән хужалыҡ өсөн бесән яҡынса 900 тонна талап ителә.  Әле ошо күләмдең яртыһы ғына тиерлек әҙерләнгән. Шуға ла Әхәт Руслан улы ҡоро торған һәр көндө файҙаланып ҡалырға тырыша. Механизаторҙар ҙа эшкә яуаплы ҡарай, көндө төнгә ялғап эшләй.

Ит йүнәлешендә генә эшләгән был хужалыҡта симментал тоҡомло малдар аҫырала. Хужа ла, эшселәр ҙә малдарҙың тулы рационлы аҙыҡ менән туҡланыуын контролдә тота. Рационға сифатлы бесән, һалам, ярҙырылған арпа һәм сенаж индерелгән. Әлеге ваҡытта мал йәйләүҙә, улар көҙ урталарында фермаларға ҡайтарыласаҡ. Ә әлегә төп бурыс ­ ­– ҡышҡа етерлек бесән әҙерләү.

Әйткәндәй, шәхси эшҡыуар Әхәт Байбулатов 2019 йылда  “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса “Агростартап”   грант программаһында ҡатнашып, дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкән. Был аҡсаны мал һанын ишәйтеү маҡсатында ҡулланып, 27 баш симментал тоҡомло һыйыр һатып алған.

Тәслимә Ҡыуатова, “Минең бизнес” үҙәге етәксеһе:

-Республикала һәм районда йүнселдәрҙең башланғыстарын хуплау маҡсатында төрлө гранттар, субсидиялар булдырылған. Беҙҙең район ерлеге малсылыҡ һәм үҫемлекселек өсөн бик уңай. Шуға күрә хужалығын киңәйтеп ебәрергә теләгән йүнселдәр икеләнеүһеҙ дәүләт программаларында ҡатнаша ала.   

Зәлиә Байғусҡарова.

“Республика йүнселдәргә күп төрлө йүнәлештә ярҙам итергә әҙер. Әммә берҙәм эш алып барғанда инициативаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн яңы дәртләндереү сараларынан тыш һәр кемдең әүҙемлеге һәм ҡыҙыҡһыныуы кәрәк”.

(Радий Хәбировтың 2023 йылдың 3 мартында  һөт малсылығын үҫтереү буйынса күсмә кәңәшмәлә әйтелгән телмәренән.)

Фото: Әхәт Байбулатов архивынан

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: