Бөтә яңылыҡтар

Бөгөнгөһө ышаныслы, киләсәге өмөтлө булһын

Абзан ауылындағы “Инәк” хужалығында мал ҡышлатыу барышы һәм техниканы яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек барышы менән таныштыҡ.  “Инәк” йәмғиәте (етәксеһе Игорь Стрельцов) – Абзан биләмәһенә ҡараған 2678 га ерҙе эшкәртеүсе ҙур хужалыҡтарҙың береһе. Хужалыҡтың машина-трактор станцияһы Абзан ауылында, ә мал базаһы Юлдыбайҙа урынлашҡан. Һигеҙ йыл ошо хужалыҡта эшләгән, әле “Инәк”тең управляющийы булған Айрат Илбаев хужалыҡ менән таныштырыуҙы тап Юлдыбайҙан башланы.

Бөгөнгөһө ышаныслы, киләсәге өмөтлө булһын
Бөгөнгөһө ышаныслы, киләсәге өмөтлө булһын

 

Малдар көр, үрсем алыу бара

Ҡасандыр һөт йүнәлешендә эш алып барған база бихисап үҙгәртеүҙәр кисереп, ниһайәт, инвесторҙар ярҙамында аяҡҡа баҫа башлаған. Хәҙер ит йүнәлешендә эшләгән хужалыҡта 280-дән артыҡ аҡ башлы ҡаҙаҡ тоҡомло малдар аҫырала. Уларҙы өс кеше ҡарай.

  • Быйыл малсылар тулыһынса алмашынды. Ферма мөдире булып Рамул Ғәлиев, тракторҙа – Мирсәйет Йәрмөхәмәтов һәм малсы булып Рафиҡ Изгин эшләй. Улар барыһы ла Юлдыбай ауылынан. Эштәренә яуаплы ҡарайҙар, малдар көр. Һыйырҙар быҙаулаған осорҙа алмашлап тәүлек әйләнәһенә килеп байҡап торалар, – ти Айрат Нарат улы.

Әлегә быҙаулаясаҡ 100-ҙән артыҡ һыйырҙың 43-сө быҙаулаған. Үрсем алыу февралдә айырыуса йылдам бара, айҙың яртыһына 35 быҙау донъяға килгән.

Малдарҙың көндәлек рационына бесән, һалам һәм шулай уҡ фураж инә. Фуражды малсылар ошонда уҡ махсус иген онтағыста үҙҙәре әҙерләй. Һимертеүҙә торған үгеҙҙәрҙе башына – 8 кг, һыйырҙарҙы һәм таналарҙы 6 кг иҫәбенән ашаталар. Быҙауҙарға һоло ҡаралған.

Тракторсы Мирсәйет Йәрмөхәмәтовтың эш көнө КУН ярҙамында ялан кәртәләргә бесән ташыуҙан башлана. Унан махсус тағылма ярҙамында малҡайҙарҙың улаҡтарына фураж һалып сыға. Рулондағы бесәнде тағатып, малға таратыу, һыу эсереү Рафиҡ Изгиндың иңендә.

Ферма мөдире Рамул Фәтих улына ла эш етерлек. Көндәлек эштәрҙе ойоштороуҙан тыш, быҙаулаясаҡ малдарҙы айырырға, күҙәтеп торорға ла кеше кәрәк бит. Малсылар менән бергә ҡайһы ваҡытта һыйырҙарға быҙауларға ярҙам итергә лә тура килә. Уларға был эштең ауырлығы юҡ, сөнки үҙҙәре лә бәләкәйҙән мал ҡарап үҫкән, әле булһа шәхси  хужалыҡ тоталар.

Малсылар өсөн үтә лә яуаплы булған мал ҡышлатыуҙың яртыһы хужалыҡта уңышлы үткән. Ысынлап та, малдар көр, яҡшы ҡулдарҙа икәнлектәре әллә ҡайҙан күҙгә салына.

Сәсеүгә әҙерлек бара

Ҡырҙағы эштәрҙе йылдам, ыңғай барыуы “тимер аттар”ҙың һәм сәсеү агрегаттарының төҙөклөгөнә бәйле. Шуға Абзандағы машина-трактор станцияһында эштәр туҡтамай. Башлыса яңы техниканан торған парк тулыһынса тиерлек сәсеү эштәренә әҙер булһа ла, механизаторҙар тырмаларҙы ҡараштырыу менән мәшғүл.

Абзан ҙур ауыл булыуына ҡарамаҫтан, механизатор булып эшләргә теләүселәр юҡ тиерлек. Абзандан Гәрәй Шәйәхмәтов, Үтәғолдан Ғәҙелйән Исхаҡов, Үрге Мәмбәтшанан Илшат Күзәшев, Этҡолдан Дамир Ҡазбулатов күптән инде хужалыҡтың алыштырғыһыҙ эшселәре булһа, быйыл уларҙың сафын Малиновканан Вадим Ҡунысбаев менән Ринат Һайранов тулыландырған.

Үткән йыл 570 га ужым бойҙайы сәсеп ҡалдырғандар. “Инәк”тәр йылдағыса был культуранан яҡшы уңыш алырға өмөтләнә. Әйткәндәй, ураҡ барышында ужым бойҙайы урыны менән гектарынан 50 ц уңыш биргән, уртаса уңыш гектарынан 30 ц тәшкил иткән.

Быйыл 750 га көнбағыш, 300 г арпа, 60 га судан үләне һәм 30 га сафлор сәсергә планлаштырғандар. Үткән йыл көнбағыш үҫкән баҫыуҙар ял итәсәк, ҡалған майҙанды күп йыллыҡ үлән биләйәсәк.

Хужалыҡтың иҫәп-хисап эштәрен башҡарған Фәүзәнә Шәйәхмәтова шулай уҡ келәт мөдире лә. Хужалыҡтағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙы етәкселек тә, эшселәр ҙә ихтирам итә. 

Быйыл эшселәр өсөн ашхана һәм ятаҡ булдырмаҡсылар. Етәкселек газ үткән, буш өйҙө һатып алырға һөйләшкән дә инде.

Айрат Илбаев, управляющий:

  • Күптәр оҙон аҡса артынан ҡырға эшкә китә, бәғзеләр “байҙы байытмайым” тигән булып өйҙә ятыуҙы хуп күрә. Бында эшләгәнемә бер ҙә үкенмәйем, эш хаҡы ла ауыл өсөн бара, иң мөһиме – көн һайын үҙ өйөмә ғаиләм янына ҡайтам.

Башҡотостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров:

“2025 йылда төп маҡсат ­ кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа үҫергә ярҙам итеү, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының һанын арттырыу, хөкүмәт һәм эшҡыуарлыҡ араһында яҡшы диалог өсөн шарттар булдырыу”.

Зәлиә Байғусҡарова.

Автор фотолары.

Автор: Залия Байгускарова
Читайте нас