Бөтә яңылыҡтар

Эшҡыуарҙарға уңыштар!

Ейәнсура районында 18 потенциаль проект «Агростартап» программаһы сиктәрендә үҙ эшмәкәрлеген киңәйтергә ниәтләй.

Эшҡыуарҙарға уңыштар!
Эшҡыуарҙарға уңыштар!

Район хакимиәтендә уҙған Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә район башлығы Дәмин Юланов һәм “Ейәнсура мәғлүмәт-консультация үҙәге” муниципаль ҡаҙна учреждениеһы директоры Зәбир Мәхйәнов, бизнес-шериф Азамат Салауатов дүрт фермер менән осрашты. Был фермерҙар барыһы ла “Агростартап” программаһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы линияһынан грант алыуға конкурста ҡатнашырға теләк белдергән.

Яңы эш башлаусы эшҡыуарҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды, һәр береһен конкурс һайлап алыу критерийҙары буйынса ҡаранылар һәм конкурс сиктәрендә ала алған яҡынса балдарҙы иҫәпләп сығарҙылар, шуның менән эшләп етелмәгән урындарҙы асыҡланылар.

Дөйөм алғанда, үткән йыл йомғаҡтары буйынса муниципалитеттарҙа 330 кәңәшмә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында үткәрелеп, уларҙа 4300 проект ҡаралған, 697-һе тормошҡа ашырылған, ә 1082-һе реализация этабында. 2024 йылда 12 меңдән ашыу эшҡыуар ярҙам сараларынан файҙаланған, бизнесҡа ярҙам итеү маҡсатында 20 мөһим сара ойошторолған.

2025 йылда ла “Агростартап” программаһы эш башлап торған фермерҙарға ярҙам итергә әҙер. Быға федераль ҡаҙнанан 7 млрд һум аҡса бүленгән.

Айгөл Ҡылысбаева.

 

Дәмин Юланов, Ейәнсура район хакимиәте башлығы:

– Бындай осрашыуҙар бик мөһим, бөгөн беҙ потенциаль ҡатнашыусыларҙың документтарында эшләнеп етелмәгән ҡайһы бер мәлдәрҙе асыҡланыҡ, конкурсҡа документтар ҡабул итә башлағансы эшҡыуарҙар етешһеҙлектәрҙе бөтөрөр тип өмөтләнәм.

 

Республика башлығы Радий Хәбиров, 17 февраль кәңәшмәһенән:

“Бөтә мөһим күрһәткестәр ҙә тиерлек үҫте. Ләкин эшҡыуарҙарҙың хәлен яҡшыраҡ аңлау өсөн Башҡортостандың бизнес-берләшмә вәкилдәре менән даими осрашыуҙар үткәрә башлайбыҙ”.

Автор: Айгул Клысбаева
Читайте нас