Бөтә яңылыҡтар

Ейәнсуралар баҫыу эштәренә төштө

Ейәнсура районының "А7 Агро-РБ" хужалығы тракторсылары баҫыу эштәрен башланы.

Ейәнсуралар баҫыу эштәренә төштө
Ейәнсуралар баҫыу эштәренә төштө

14 апрелдә Ейәнсура аграрийҙарынан тәүгеләрҙән булып "А7 Агро-РБ" хужалығы уңғандары баҫыу эштәренә төштө. 

Әлеге ваҡытта хужалыҡтың Яңы Себенле зонаһында дым ҡаплау  башҡарыла. Был эшкә Альберт Рәхмәтуллин һәм Юрий Иванских идара иткән ике  К-742 тракторы йәлеп ителгән.  Ҡырсылар  дым ҡаплауҙы был зонала 1500 гектарҙа башҡарасаҡ.  

Сиратта 1670 гектарҙа ужым бойҙайын ашландырыу эштәре көтә, ти бүлексә етәксеһе Самат Имелбаев.

 

Автор: Залия Байгускарова
Читайте нас