Бөтә яңылыҡтар

Тоҡомло һарыҡтар үрсетә

Мәшғүллек үҙәге аша 350 меңлек адреслы ярҙам алған Мөҙәрис Сабитов Романов тоҡомло һарыҡтар үрсетә 

Тоҡомло һарыҡтар үрсетә
Тоҡомло һарыҡтар үрсетә

Буранғол ауылында йәшәүсе Сабитовтар ғаиләһе быға тиклем дә һыйыр малдары, һарыҡтар, ҡош-ҡорт аҫырап йәшәгән. Әммә ғаилә башлығының күптән тоҡомло һарыҡтар үрсетергә теләге булған. Был ниәтен тормошҡа ашырырға АСПК программаһы мөмкинселек биргән.

-Адреслы социаль ярҙам тураһында таныштарҙан күптән ишеткән инем. Тик юллауы ауырҙыр тип уйланым. Шулай ҙа мәшғүллек үҙәге белгестәренә мөрәжәғәт иттем. Улар яҡшылап программма тураһында аңлатты. Тиҙ арала кәрәкле ҡағыҙҙарҙы йыйып, бизнес-план төҙөп, мәшғүллек үҙәгенә тапшырҙым. Комиссия алдында үҙемдең буласаҡ эшем тураһында һөйләп, бизнес-планды уңышлы яҡлап сыҡтым. Һөҙөмтәлә, социаль контракт төҙөлдө. Бизнес-планға ярашлы бирелгән 350 мең һум аҡсаға Романов тоҡомло һарыҡтарҙы һатып алырға ҡарар иттем, сөнки улар беҙҙең ерлеккә яраҡлашҡан, ябай һарыҡтарға ҡарағанда кәүҙә ауырлығын да тиҙ йыйыусан. Ике йәшлек һарыҡтар 40-45 кг ауырлыҡта була. Был малҡайҙар өс-дүрт йәшкә тиклем үҫеүен дауам итә һәм таҙа ауырлығы  60-65 кг тиклем етә, ­– ти Мөҙәрис Сабитов.

Декабрь башында алып ҡайтылған 25 һарыҡтың барыһы ла бәрәсләгән. Бөгөн  Мөҙәрис Ғаян улының шәхси хужалығында барлығы 70-ләп һарыҡ иҫәпләнә. Романов тоҡомло һарыҡтар күбеһенсә ике-өс бәрәс килтерә. Бәрәстәр әсәләренең һөтө еткән осраҡта тиҙ генә кәүҙә ауырлығы туплай. Ете-һигеҙ айлыҡ тәкәләрҙе иткә һуйырға ла була икән.

Зәлиә Байғусҡарова.

Автор: Залия Байгускарова
Читайте нас