Бөтә яңылыҡтар

Көн ҡаҙағында - мал аҙығы әҙерләү

Оҙайлы ямғырҙар аграрийҙарға мал аҙығы әҙерләргә форсат бирмәне. Ҡоро көндәр башланыуын файҙаланып “Новопетровское” крәҫтиән-фермер хужалығы ҡырсылары сенаж һалыуҙы башланы.

Көн ҡаҙағында - мал аҙығы әҙерләү
Көн ҡаҙағында - мал аҙығы әҙерләү

-Үткән йыл ике тоннаға яҡын сенаж һалып ҡалдырғайныҡ, ҡыш буйына малдарҙы ашатыу өсөн уңайлы булды. Быйыл 340 га баҫыуҙарҙағы күп йыллыҡ үләндәрҙе сабып, өс мең тонна һалып ҡалдырырға планлаштырабыҙ. Сөнки мал һанын яйлап арттырабыҙ, аҙыҡты ла күберәк әҙерләргә кәрәк. Бесән, һалам, фураждан тыш рационында сенаж да булған малдар күпкә көрөрәк, көндәлек артым да юғарыраҡ, – ти хужалыҡ управляющийы Евгений Кириков.

Сенажды өр-яңы КСУ-1 комбайнында Юрий Шеин сабып яҫмаларға һалып барһа , Дон-680-дә Илья Кощеев онтап йөк машиналарына тейәй. Әҙер йәшел массаны КамАЗ-да Ғәйҙәр Зарипов, ЗиЛ-да Мансур Исламғолов, Т-150 тракторында Әсхәт Мәзитов ташый. Ә  Вячеслав Пальгуев менән Андрей Кулешов К-700 тракторҙарында сенаж өйөмдәрен баҫырып тапап бара.

 Хужалыҡ йәшел аҙыҡты әҙерләүҙе тамамлау менән ужым шипкәнен (рыжик) йыйыуға һә һәм бесән әҙерләүгә төшәсәк.

Зәлиә Байғусҡарова.

 

Автор: Залия Байгускарова
Читайте нас