Бөтә яңылыҡтар

Һәр ғаиләнең именлеге һеҙгә бәйле

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

Һәр ғаиләнең именлеге һеҙгә бәйле
Һәр ғаиләнең именлеге һеҙгә бәйле

Хөрмәтле райондың агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары, һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Крәҫтиән хеҙмәте борон-борондан яуаплы, ҡатмарлы, әммә маҡтаулы булып тора. Социаль тыныслыҡ, һәр ғаиләнең именлеге һәм муллығы күп йәһәттән һеҙҙең эшегеҙҙең һөҙөмтәләренә бәйле. Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙҙең хәстәрлекле ҡулдарығыҙ менән үҫтерелгән ер емештәренән файҙаланабыҙ. Был байрам көнөндә ветерандарыбыҙ, баҫыу һәм ферма эшсәндәре, ауыл хужалығы предприятиелары, фермер хужалыҡтары етәкселәре һәм белгестәре – үҙҙәренең намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте менән райондың дөйөм муллығын һәм агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙе тәьмин итеүселәрҙең барыһы ла рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ.

Хужалыҡтарҙың потенциалы, традицияларға тоғролоҡ ауыл хужалығы продукцияһы күләмен арттырыу, предприятиеларҙың конкурентлыҡ һәләтен һәм райондың агросәнәғәт комплексының инвестиция йәлеп итеүсәнлеген арттырыу, республиканың аҙыҡ-түлекхәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ҡуйылған бөтәбурыстарҙы артабан да хәл итергә мөмкинлек бирер,тип ышанам.

Арымай-талмай эшләүегеҙ, энтузиазмығыҙ, бурыс тойғоһо һәм тыуған ергә ҡарата бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм тыуған Башҡортостаныбыҙ, бөтә Рәсәй именлеге хаҡына яңы уңыштар теләйем!

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас