Бөтә яңылыҡтар

Бар күңелен бирә эшенә

Эште еренә еткереп, сифатлы итеп башҡарғанда, һөҙөмтәһе лә яҡшы була. Эшләгәндә саҡта һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә булырға кәрәк, шул саҡта етештерелгән ризыҡтар барыһы ла тәмле килеп сыға. Район ҡулланыусылар йәмғиәтенең “Раздолье” кооперативы мөдире Рәмилә Сырлыбаева ла шундай ҡарашта.

Бар күңелен бирә эшенә
Бар күңелен бирә эшенә

Эште еренә еткереп, сифатлы итеп башҡарғанда, һөҙөмтәһе лә яҡшы була. Эшләгәндә саҡта һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә булырға кәрәк, шул саҡта етештерелгән ризыҡтар барыһы ла тәмле килеп сыға. Район ҡулланыусылар йәмғиәтенең “Раздолье” кооперативы мөдире Рәмилә Сырлыбаева ла шундай ҡарашта.

  • Иртәнге сәғәт 7-лә цехҡа киләбеҙ, әҙер продукцияны район магазиндарына таратасаҡ машинаға тейәп ебәргәс, эшкә тотонабыҙ. Беҙ колбасалар, сосискалар, сарделькалар, купаттар, ыҫланған шпик, тауыҡ, фарш һәм башҡа – барлығы 31 төр продукция етештерәбеҙ. Ассортимент ҙур булғас, ваҡытты самалап, эште алдан планлаштырып ҡуябыҙ, – ти Рәмилә Мансур ҡыҙы.

Рәмилә Сырлыбаева райпола 2011 йылдан бирле. Тәүҙә билмән цехында, унан “Эйек” кафеһында эшләй. Аҙаҡҡы туғыҙ йыл – “Раздолье” цехында. Эшкә өйрәткән остазы, элекке мөдир Любовь Липецкаяға рәхмәтле.

Үҙенең ҡулы аҫтында эшләгән Гәүһәр Ғүмәрова менән бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап эшләйҙәр. Итте турауҙан алып, ит турағыстан үткәреү, тоҙлап болғатыу, тышлыҡтарҙы әҙерләү, эслек тултырып, бешерергә, ыҫларға ҡуйыу, этикеткалар йәбештереү, вакуумлаштырыу кеүек эштәрҙе бөтә эште лә икәүһе генә башҡара. Цехта көнөнә 60-70 кг колбаса етештерәләр. Ыҫланғанды эшләүе ауырыраҡ, уныһы ғәҙәттә 20 кг тирәһе сыға икән. Бынан тыш халыҡҡа станокта ит ҡырҡыу буйынса хеҙмәттәр ҙә күрһәтәләр.

Көнө буйы аяҡ өҫтө йөрөп эшләп, арманһыҙ булып ҡайтһа ла, Рәмилә Мансур ҡыҙы бөгөнгөһөнән бик ҡәнәғәт. Сөнки эшенә күрә эш хаҡы ла лайыҡлы, ваҡытында түләнә. Етәкселек тә тырышлығын күреп, баһалап тора. Хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған. Үткән йыл Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы уңайынан Рәмилә Мансур ҡыҙы Ейәнсура районы хакимиәтенең Почет грамотаһы менән дә бүләкләнгән. 

Зәлиә Байғусҡарова.

 

Автор: Залия Байгускарова
Читайте нас