Ейәнсура районында ураҡ йыйыу кампанияһы старт алды

Башҡортостанда уҙған "Баҫыу көнөндә" 2026 йылғы ураҡ йыйыу кампанияһына старт бирелде.

11 июндә Ейәнсура районында тәүгеләрҙән булып "Инәк" ЯСЙ-һы ужым бойҙайын һуғыуға төштө.

- Бойҙай матур, тос ҡына. Сығышы гектарынан 40 центнер, кисәге көн ырҙынға 60 тонна килеп ятты, - ти директор урынбаҫары Айрат Илбаев.

Бөгөн һауа торошоноң боҙолоп тороуы арҡаһында эштәр туҡталып тора.

💯Уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алырға булһын!

Автор:Айгуль Клысбаева
Читайте нас