

Ике йәш тә дүрт айлыҡ ҡына Айсилә Ишбулатова Әбйәлил районының Ишҡол ауылында йәшәй. Бигерәк уңған ҡыҙ ул Айсилә. Ағаһы Арсен менән ата-әсәһенә ярҙам итә. Иң яратҡан эштәренең береһе – фотолағы ҡолондо ашатыу, тип яҙа “Йәншишмә”.
Балаларҙың әсәһе Айгөл апай һөйләүенсә, быйыл яҙ ҡолонлаған мәлдә бейәләре үлгән. Беренсе көндән "Каролина" тигән ҡушамат алған ҡолондо үҙҙәре ашата. Балалар бик ихлас ярҙам итә. 11 йәшлек Арсен, Каролинаны бер кемгә лә бирмәйем, үҙем эйәрләйем, тип уның ҙурайғанын көтөп йөрөй икән.
Каролинаға башта һыйыр һөтөнә һыу, шәкәр, йомортҡа ҡушып туҡлыҡлы һөт эсергәндәр, хәҙер быҙауҙар өсөн махсус эшләнгән кипкән һөт бирәләр. Иң яратҡан аҙығы – рафинадланған шәкәр. Хәҙер өйҙән бер телем шәкәрһеҙ сығырмын тимә: йүгереп килеп һорана башлай.
Ишбулатовтарҙың унлаған аты бар. Улар йылҡысылыҡ менән биш йыл самаһы шөғөлләнә. Каролинаның яҙмышы аяныслы хәл менән башланһа ла, фотолар һәм видеоларға ҡарап, уның әле бик бәхетле йәшәп ятҡанын күрәбеҙ.