Бөтә яңылыҡтар

Ҡымыҙ энеолит дәүерендә барлыҡҡа килгән!

Һеҙ беләһегеҙме хәҙер уға нисә йәш?!

Ҡымыҙ энеолит дәүерендә барлыҡҡа килгән!
Ҡымыҙ энеолит дәүерендә барлыҡҡа килгән!

Ҡымыҙҙы иң беренсе Үҙәк Азияла һәм Монголияла күсмә халыҡтар эшләргә өйрәнгәндәр һәм уңы эшләү ысулын быуаттар буйына сер итеп һаҡлағандар. Был эсемлекте ҡулланыуҙы дәлиилләүсе иң иртә билдәләр энеолит осорона тура килә. Ә был 5500 йыл элек! Сусасмыр үҙәнендә кәзә тиреһенән эшләнгән эсендә бейә һөтө эҙҙәре һаҡланған һауыттар табылған

Ҡымыҙ тураһында иң беренсе яҙманы Геродот ҡалдырған. Ул скифтарҙың ағас батманда ҡымыҙ бешеүҙәре тураһында яҙған.

Рәсәйҙә ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһы тәүге тапҡыр Постников Нестор Васильевич тарафынан 1858 йылда Һамар губернаһында асыла. Башҡортостанда (Өфө губернаһы) беренсе ҡымыҙ дауаханаһы 1890 йылда С. Аксаковтың ейәнсәре О. Аксакова тарафынан төҙөлә. Немец һәм урыҫ сәйәхәтсеһе ғалим-энциклодедист Паллас 1770 йылда: «Башҡорт далаһына ҡымыҙ эсергә Московиянан һәм Дондан төрлө халыҡ йыйыла, сөнки һаулыкҡа уның файҙаһы бик ҙур», — тип яҙа. Был файҙалы эсемлек тураһында заманында мәшһүр урыҫ яҙыусылары В. Даль, С. Аксаков, Л. Толстой һ. б. үҙ һүҙҙәрен әйтеп ҡалдырған.

Киләһе ял көндәрендә, 11-13 августа Граф күле янында халыҡ-ара “Башҡорт аты” фестивалендә төрлө ҡымыҙ тәмләп ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: