"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

«Башҡорт аты» фестиваленә Әзербайжандан вәкиллекле делегация киләсәк

15-16 августа Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районында, Граф күле буйында, «Башҡорт аты»III халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале үтәсәк. Был ҙур ваҡиға йыл һайын 20 меңдән ашыу тамашасыны йәлеп итә.

«Башҡорт аты» фестиваленә Әзербайжандан вәкиллекле делегация киләсәк
«Башҡорт аты» фестиваленә Әзербайжандан вәкиллекле делегация киләсәк

«Башҡорт аты» фестивале йылҡысылыҡ өлкәһендәге белгестәрҙе һәм ғалимдарҙы, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарын, һөнәрселәрҙе, рәссамдарҙы, ижади коллективтарҙы, фольклорсыларҙы, этнографтарҙы, спортсыларҙы һәм ат һөйөүселәрҙе берләштерә. Унда шулай уҡ төрлө Әзербайжан, Ғәрәп Әмирлектәре, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай һәм Үзбәкстандан делегациялар әүҙем ҡатнашасаҡ.

Әзербайжан исеменән Ағдам ат заводы директоры Эльман Гадыров, ҡарабах аттары Ассоциацияһы президенты Фәрит Мостафаев һәм ошо уҡ ассоциацияның вице-президенты Яшар Гулузаде сығыш яһай.

Яшар Гулузаде «Башҡорт аты»фестивале эшендә беренсе йыл ғына ҡатнашмай. "Ҡарабах аттары — Әзербайжандың милли ғорурлығы. Бөгөн башҡорт атының Башҡортостан Республикаһының ғорурлығына һәм ҡаҙанышына әйләнеүен күрәбеҙ. Элек улар тураһында совет китаптарында уҡыным, һәм былтыр «Башҡорт аты» фестивалендә был тоҡомдо теркәү тураһында документ тапшырылыуына бик шатмын», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Яшар Гулузаде.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: