Уны байрамға китаптар күргәҙмә-һатыу алып киләсәк Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте тәҡдим итәсәк. Мәхмүт Сәлимовтың уникаль йыйынтығында башҡорт аты тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, риүәйәттәр һәм хикәйәләр бирелгән. Автор башҡорттарҙа ат культын билдәләй, ҡымыҙға ла иғтибар бүлә.
Китапта Нурмөхәмәт олатаһының шәхси тәжрибәһенә нигеҙләнгән һәм тарихи факттар менән тулыландырылған әкиәттәре һәм легендалары айырым урын биләй. Улар аша уҡыусылар башҡорт халҡының тормошо, көнкүреше һәм йолалары хаҡында беләсәк. Ә Нурмөхәмәт олатаһының һүҙҙәренән яҙып алынғанЯйыҡ батыр тураһындағы легенданан өҙөк, рецензенттар тарафынан «Урал батыр» эпосының дауамы варианттарының береһе тип таныла.
Баҫманы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм йолалары менән ҡыҙыҡһынған кешеләр баһалаясаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, III «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале 15, 16 августа Баймаҡ районында, Граф күле буйында үтәсәк.
Фото: Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте фотоһы.