"Башҡорт аты беҙҙең өсөн ғаилә байрамы. Былтыр ҙа, унан алдағы йылда ла ошонда булдыҡ. Фестивалгә барыу беҙҙең өсөн үҙенсәлекле йолаға әүерелде лә инде. Әлбиттә, яҡшы һауа торошо һәм яҡшы сара көтәбеҙ. Программанан күренеүенсә, быйыл яңылыҡтар күп буласаҡ», – тип өмөттәре менән уртаҡлашты Сәлимә тигән ҡатын. Уның һөйләүенсә, фестивалгә ул ғаиләһе менән килгән.
Ә бына Салауат Әбсәләмов фестивалгә ҡатнашыусы сифатында килде.
- «Ылаҡ"ты ҡарау ҡыҙыҡлы булыр (традицион ат спорты ярышы). Быйыл спортсыларҙың күп булыуы көтөлә, тиҙәр. Ҡаҙағстан командаһы миңә айырыуса ҡыҙыҡһындыра. Былтыр улар үҙҙәрен көслө яҡтан күрһәтте. Уларҙың сығышын быйыл да көтөп алам. Бында үҙең өсөн дә нимәлер алырға мөмкин, - тип билдәләй ул.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, «Башҡорт аты» фестивалендә Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 10 меңгә яҡын ҡунаҡ ҡатнашасаҡ.