

Пенсионерка интернет аша гараж һатмаҡсы булған
Салауат ҡалаһынан 71 йәшлек пенсионерка интернет аша гараж һатмаҡсы булған һәм популяр сайтта иғлан биргән. Гараж менән ҡыҙыҡһынған ҡатын, һатыусы менән һөйләшкәндән һуң, һатып алырға ризалашҡан. Әммә артабан һөйләшеү пенсионерка файҙаһына булмаған. “Һатып алыусы” уны, гаражға түләмде алыр өсөн тәүҙә банкомат аша күрһәтелгән иҫәпкә 200 мең һумға яҡын аҡса күсерергә кәрәк, тип ышандыра алған. Пенсионерка шулай эшләгән дә. Әлбиттә, бынан һуң теге ҡатын башҡаса бәйләнешкә сыҡмаған.