Йәмғиәт Общество
22 Июля 2021, 05:55

Водитель урында вафат булған, ҡатыны дауаханаға оҙатылған

Toyota Corolla ҡаршыға килгән «КамАЗ» менән бәрелешкән.

Водитель урында вафат булған, ҡатыны дауаханаға оҙатылғанВодитель урында вафат булған, ҡатыны дауаханаға оҙатылған
Водитель урында вафат булған, ҡатыны дауаханаға оҙатылған

Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре таянып, “Башинформ” хәбәр итеүенсә, үлемесле юл фажиғәһе Дүртөйлө районында Мәскәү — Өфө автомобиль юлының 1242-се саҡрымында теркәлгән.

Юл-транспорт ваҡиғаһында Toyota автомобиленең 67 йәшлек водителе алған йәрәхәттәренән урында йән биргән, уның 68 йәшлек ҡатыны дауаханаға оҙатылған.

Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас