

Салауат ҡалаһында Матросов урамындағы 50-се йортта көмөшкә яһау аппаратындағы спирт пары шартлаған.
Республика МЧС-ы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, шартлау тураһында хәбәр диспетчерға 29 июлдән 30-на ҡараған төндә килгән. Ике ҡатлы иҫке йортта көмөшкә яһау менән шөғөлләнеүселәрҙең фатирындағы шартлау балконды, тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе бәреп сығарған. Бәхеткә күрә, янғын сыҡмаған.
Ҡотҡарыусылар йорттан 30 кешене эвакуациялаған. Уларҙың береһе лә ваҡытлыса торлаҡҡа барырға ризалашмаған – ҡайһы берҙәре туғандарына йоҡларға киткән, һигеҙ кешегә үҙ фатирҙарына инергә рөхсәт иткәндәр.
Бер ир кеше һәм 1987 йылғы ҡатын ауыр хәлдә, тәүгеһенең тәне – 80%, икенсеһенеке 40% янған.
Быға тиклем Салауат ҡалаһында алкоголгә ҡушып эскән билдәһеҙ шыйыҡлыҡ менән бер юлы ете кеше ағыуланғайны. Ирҙәр йорт янындағы эскәмйәлә аңдарын юғалта башлай.
Фото: Башҡортостан МЧС-ы