

Башҡортостанда йәш ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда 3,5 тапҡырға күберәк үлә, тип хәбәр итә ufatime, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы ярты йыллыҡ отчеты мәғлүмәттәренә таянып.
Рәсми статистикаға ярашлы, республикала 16-59 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар араһында үлем һәр 100 меңгә 245,9 осраҡ тура килә, ә шул уҡ йәштәге ир-ат араһында – 825,7 осраҡ.
Бындай айырмаға ҡарамаҫтан, Башҡортостан ирҙәр араһында ла, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла үлемде кәметеү буйынса ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшә алманы. Республика алдында йәш һәм урта йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында үлемде 100 мең кешегә – 226,7 осраҡҡа, ә ирҙәр араһында 713,2-гә тиклем кәметеү бурысы тора ине. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аңлатыуынса, маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшергә коронавирус пандемияһы ҡамасаулаған.
Фото: UfaTime.ru