

Һуңғы тәүлектә был сир йоҡтороуҙың 265 яңы осрағы теркәлгән. Стационарҙарҙа 640 кеше дауалана, шул иҫәптән 385 пациенттың йәше 60+. Дауаланыусыларҙың 44-е ауыр хәлдә, 6 кеше ИВЛ аппаратына тоташтырылған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирустан үлеүселәр ҙә бар – һуңғы тәүлектә 9 кеше. Пандемия башланғандан алып үлеүселәр һаны 831 кеше тәшкил итте, шуларҙың 665-е 60 йәштән өлкән.
Һуңғы тәүлектә дауаханан тыш пневмония ауырыуҙың яңы 135 осрағы теркәлгән. Бындай диагноз менән 125 пациент дауахананан сығарылған.