Йәмғиәт Общество
7 Август 2021, 06:20

Һауа торошо

Башҡортостан синоптиктары республикала киләһе ике көндә һауа торошоноң ниндәй буласағын хәбәр итте.

Һауа торошоҺауа торошо
Һауа торошо

Йәкшәме, 8 августа, төбәктә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан иҫә, талғын. Һауа температураһы төндә +10, +15 градус, урыны менән +5-кә тиклем түбәнәйә, көндөҙ – +25, +30 градус буласаҡ.

Дүшәмбе, 9 августа, республикала һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк, тик көндөҙгө температура юғарыраҡ – +27, +32 градус, төндә иһә элеккесә +10,+15, урыны менән +5 градус булыуы көтөлә. Яуым-төшөм булмаясаҡ. Ел – төньяҡтан, еңелсә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас