Йәмғиәт Общество
11 Августа 2021, 08:50

“БСК” Ейәнсура районында янғын һүндереүселәргә ярҙам ебәрҙе

Ейәнсураға урман янғындарын һүндереү өсөн Стәрлетамаҡтан ауыр техника килде

“БСК” Ейәнсура районында янғын һүндереүселәргә ярҙам ебәрҙе“БСК” Ейәнсура районында янғын һүндереүселәргә ярҙам ебәрҙе
“БСК” Ейәнсура районында янғын һүндереүселәргә ярҙам ебәрҙе

Бөгөн иртәнсәк райондың Биштирәк ауылы янына “Башҡортостан сода компанияһы”нан урман янғындарын һүндерергә ярҙам итеү өсөн өс бульдозер килтерҙеләр.

Был хаҡта республиканың көньяҡ-көнбайышында янғындарға ҡаршы көрәш буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе Зариф Байғусҡаров хәбәр итте. Бульдозерҙар урмандарҙа ут таралмаһын өсөн янғынға ҡаршы һыҙаттар булдырыуға йәлеп ителгән. Техника яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин ителгән.

Быға тиклем республика Башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғындағы янғындарҙы һүндереүгә өҫтәлмә көстәр йүнәлтергә ҡушҡайны.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас