Йәмғиәт Общество
11 Августа 2021, 06:50

Депутаттар урман янғындарын һүндереүгә аҡсалата ярҙам итә

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары урман янғындарына ҡаршы көрәшеүгә аҡса күсерә

Добавить в предпочтительные источники Google
Депутаттар урман янғындарын һүндереүгә аҡсалата ярҙам итәДепутаттар урман янғындарын һүндереүгә аҡсалата ярҙам итә
Депутаттар урман янғындарын һүндереүгә аҡсалата ярҙам итә

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары урман янғындарына ҡаршы көрәшеүгә 5-әр мең һум аҡса күсерә, тип хәбәр итә “Ъ-Уфа”.

Аҡса йыйырға “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы инициативаһы буйынса парламент спикеры Константин Толкачев тәҡдим иткән. КПРФ, ЛДПР һәм “Ғәҙел Рәсәй – патриоттар – дөрөҫлөк өсөн” фракциялары тәҡдимде хуплаған.

Вице-спикер Рөстәм Ишмөхәмәтов аңлатыуынса, аҡса ирекмәндәргә ярҙамға: аҙыҡ-түлек, яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыуға йүнәлтеләсәк.

Депутаттарға иғәнәне үҙ килемдәренән түгел, ә улар квартал һайын республика бюджетынан депутатлыҡ сығымдарына алған түләмдәрҙән индерергә тәҡдим итәләр. Депутаттарға кварталға бер тапҡыр 15 мең һум ошондай түләм түләнә.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында 107 депутат бар.

Автор:Юлай Мурзабаев