Йәмғиәт Общество
11 Августа 2021, 14:50

Ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән райондар һаны артты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы махсус режим 28 авгусҡа тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

Ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән райондар һаны арттыҒәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән райондар һаны артты
Ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән райондар һаны артты

Ғәҙәттән тыш хәл режимы хәҙер республиканың 40 районында ғәмәлдә.

Исемлеккә Әбйәлил, Баймаҡ, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Борай, Дәүләкән, Дыуан, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Салауат, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә, Шаран һәм Яңауыл райондары инде. Быға тиклем исемлеккә 25 муниципалитет ингән ине. Махсус режим индереүҙең сәбәбе – аномаль ҡороллоҡ, уның арҡаһында сәсеүлектәр ҙур зыян күрҙе, ә урмандарҙа янғындар ҡоторона.

Ғәҙәттән тыш хәл индерелгән осраҡта дәүләт аграрийҙарға сәсеүлектәр һәләк булыуҙан күрелгән зыянды ҡаплай, әммә бының өсөн үҫемлектәр страховкаланған булырға тейеш.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас