

Һуңғы тәүлектә тағы ике урында – Белорет һәм Бөрйән райондарында урман янғындары сыҡҡан. Ут 9,5 гектар ерҙе ялмаған. МЧС хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр һәм урындағы халыҡ Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура райондарында янғындарҙы һүндергән.
Хәҙер республикала ете урында урман яна, дөйөм майҙаны – 1286,1 га. Белорет (8га) һәм Бөрйән (1 га) райондарындағы янғындарҙың таралыуы туҡтатылмаған.
Кисә район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов социаль селтәрҙә, райондың көньяғындағы төтөн Ейәнсура, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары сигендәге янғынға бәйле тураһында хәбәр итте. “Беҙ уның таралыуын өлөшләтә туҡтаттыҡ, әммә тулыһынса һүндерә алманыҡ. Сәбәбе – ел, эҫе һауа торошо һәм ҡоро үлән. Хәл-торош минең шәхси контролемдә” – тип яҙҙы башлыҡ.