Йәмғиәт Общество
15 Августа 2021, 10:10

Дүрт кеше һәләк булған

Башҡортостан ЮХХДИ-һы республикала 14 августа булған авариялар тураһында хәбәр итте.

Дүрт кеше һәләк булғанДүрт кеше һәләк булған
Дүрт кеше һәләк булған

 “Башинформ” хәбәр итеүенсә, 16 юл-транспорт ваҡиғаһында дүрт кеше һәләк булған, 16 кеше зыян күргән.

Көйөргәҙе районынының Таймаҫ ауылында Күмертау ҡалаһынан 20 йәшлек ҡыҙ «Хендай Акцент» автомобилендә кюветҡа төшөп киткән һәм машинаһы түңкәрелгән. 35 йәшлек пассажиркаһы – водителдең апаһы дауаханаға алып барғанда вафат булған. Ошоға оҡшаш аварияла Стәрлетамаҡ районында Салауат ҡалаһынан 14 йәшлек егет һәләк булған. Ул «Лада Гранта» автомобилендә Н.Николаевский-Васильевка автоюлында түңкәрелгән.

Шишмә районында Өфөнән 40 йәшлек ир, ВАЗ-2101 автомобилендә юл ситендә торған УАЗ-ға бәрелеп, һәләк булған.

Сибайҙа шулай уҡ түңкәрелеү һөҙөмтәһендә «Шкоды Октавиа» автомобиленең 33 йәшлек водителе һәләк булған

Фото: ГИБДД по РБ

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас