Йәмғиәт Общество
3 Сентября 2021, 11:50

Башҡортостанда быйылғылай ҡоро август бығаса булмаған - Башгидромет

Республикала, тотош илдәге кеүек үк, быйылғы август ныҡ ҡоро килде

Башҡортостанда быйылғылай ҡоро август бығаса булмаған - БашгидрометБашҡортостанда быйылғылай ҡоро август бығаса булмаған - Башгидромет
Башҡортостанда быйылғылай ҡоро август бығаса булмаған - Башгидромет

Башгидромет хәбәр итеүенсә, һуңғы 30 йылда республика биләмәһендә ошондай ҡоро августың булғаны юҡ ине. Йәйҙең һуңғы айында Башҡортостанда яуым-төшөмдөң 9% ғына яуған. Ҡайһы бер көнбайыш һәм көньяҡ райондарҙа ямғырлы бер көн дә күҙәтелмәгән.

Ләкин календарь көҙҙөң тәүге көндәре төҙәтмәләр индерә, тип хәбәр итте синоптиктар. 3, 4 сентябрҙә республиканың күпселек райондарында ямғыр яуыуы көтөлә. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көсәйеүсән. Ял көндәрендә һауа температураһы көндөҙ +13,+18 градусҡаса түбәнәйә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас