Йәмғиәт Общество
3 Сентября 2021, 07:10

Ике баланы ҡотҡарған егет үлгәндән һуң наградланды

Башҡортостанда һыуҙан ике баланы ҡотҡарған студент үлгәндән һуң бүләкләнде

Добавить в предпочтительные источники Google
Ике баланы ҡотҡарған егет үлгәндән һуң наградландыИке баланы ҡотҡарған егет үлгәндән һуң наградланды
Ике баланы ҡотҡарған егет үлгәндән һуң наградланды

Былтыр июнь айында Тажикстандан 18 йәшлек студент Хаджиморат Каландаров Ҡояшлы пляжында 10 һәм 12 йәшлек ике баланы ҡотҡарғайны. Ул дуҫтары менән яр буйында ял иткәндә малайҙар бата башлағанын күрә һәм ярҙамға ташлана.

Һуңғы көсөн һалып, малайҙарҙың икенсеһен ярға тиклем тигәндәй килтереп еткергәс, дуҫтары, ҡотҡарыусы үҙе йөҙөп сыға алыр, тип уйлап, малайға беренсе ярҙам күрһәтә башлай. Әммә Хаджиморат малай менән йөҙгән саҡта күп итеп һыу йота. Уға иғтибар иткәндә егет инде үлгән була. Тыуған илендә, Тажикстанда уның ата-әсәһе ҡалған, Хаджиморат уларҙың берҙән-бер улы булған.

Егет “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Был хаҡта бойороҡҡа Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров ҡул ҡуйған, тип хәбәр итте “Newsbash”.

Миҙал һәләк булыусының ата-әсәһенә тапшырыу өсөн Өфөләге генераль консулға тапшырыласаҡ. Шулай уҡ геройҙың тыуған илендә мәктәпкә уның исемен биреү планлаштырла.

Автор:Юлай Мурзабаев