Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
4 Сентябрь 2021, 10:39

Роскачество Рәсәйҙәге иң сифатһыҙ өс әйберҙе атаны

Ә һеҙ килешәһегеҙме?

Роскачество Рәсәйҙәге иң сифатһыҙ өс әйберҙе атаны
Роскачество Рәсәйҙәге иң сифатһыҙ өс әйберҙе атаны

Роскачество етәксеһе Максим Протасов ҡайһы бер социаль әһәмиәтле әйберҙәр һатыуға етештереү мәлендә үк ебәрелгән боҙоҡлоҡтар менән сығарыла, тип иҫәпләй. Мәҫәлән, билмәндәр. Был ризыҡ ҡатмарлы процесс үтеп әҙерләнгән ярымфабрикат булараҡ, етештереүҙә лә, һаҡлауҙа ла ҙур иғтибар талап итә. Әммә был талап йыш осраҡта тейешенсә үтәлмәй икән.

Роскачество етәксеһе шулай уҡ Рәсәйҙә түбән сифатлы бал һатылыуын билдәләй. Бының сәбәбе - умартасыларҙың бал ҡорттарын дауалау буйынса тейешенсә хәстәрлек күрмәүендә, ти. Быны төҙәтеү йәһәттән Ауыл хужалығы министрлығы һәм Россельхознадзор эш башланы, ти Протасов.

Ниһайәт, сифатһыҙлыҡ буйынса өсөнсө баҫҡыста - мәктәп формаһы. Протасов уҡыусыларға тәғәйен кейем тегелгән туҡымалар һауа үткәрмәүен, маркировкаға тап килмәүен билдәләй.

Ә һеҙ, төркөмдәштәр, килешәһегеҙме был һүҙҙәр менән? Сифатһыҙға тағы нимәләрҙе индерер инегеҙ?

Сығанаҡ: Узнай первым

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: