Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
7 Сентябрь 2021, 18:40

Әбейҙәр сыуағы ҡасан килә?

Башҡортостан синоптиктары көндәр ҡасан йылытасағын әйтте

Әбейҙәр сыуағы ҡасан килә?
Әбейҙәр сыуағы ҡасан килә?

Халыҡ һынамыштары буйынса, әбейҙәр сыуағы 14 сентябрҙән һуң килә. Әйткәндәй, был һынамыш метеорологтарҙың фаразына ла тап килә: аномаль һалҡындарҙан һуң, сентябрҙең икенсе яртыһында бер нисә көн йылы ҡояш нурҙарында иркәләнергә мөмкин буласаҡ.

Әбейҙәр сыуағы ваҡытында ҡояшлы, ҡоро, аяҙ һауа торошо көтөлә. Көндөҙ температура 20 градусҡа ҡәҙәр йылы һәм хатта юғарыраҡ булырға мөмкин.

Ә әлегә республикала температура норманан 3-4 градусҡа түбәнерәк. Метеорологтар билдәләүенсә, һалҡындарҙың сәбәбе арктик һауа массаларының үтеп инеүенә бәйле.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: