Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
14 Сентябрь 2021, 14:50

Әсәлек капиталын - ятаҡ һәм коммуналь түләүҙәр өсөн

Был ярҙамды элек баланың уҡыуы өсөн генә тотонорға мөмкин ине.

Әсәлек капиталын - ятаҡ һәм коммуналь түләүҙәр өсөн
Әсәлек капиталын - ятаҡ һәм коммуналь түләүҙәр өсөн

Әсәлек капиталын хәҙер баланың уҡыуы өсөн генә түгел, уның ятаҡта йәшәүе һәм коммуналь түләүҙәр өсөн йүнәлтергә лә була. Тик сертификат алыу хоҡуғы биргән балаға 3 йәш тулырға тейеш. Ата-әсә студент балаһы уҡыған белем биреү учреждениеһы менән торлаҡ (ятаҡ) алып тороуы хаҡында килешеү төҙөргә һәм балаһының ысынлап та ятаҡта йәшәүе тураһында белешмә алырға тейеш. 

Уҡыу йортоноң дәүләттеке булыуы-булмауы мөһим түгел. Әммә уның ғәмәлдәге лицензияһы булыуы, шулай уҡ баланың уҡый башлауға 25 йәше тулмаған булыуы мөһим шарт. 

Әйткәндәй, быйыл Әсәлек капиталы - 483 мең (былтыр 466 мең ине), икенсе балаға 155 мең (былтыр 150 мең) һум тәшкил итә. 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: