Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт/Общество
18 Сентябрь 2021, 09:50

Элвин Грейҙың туйына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барған

Йәш ғаиләгә Mersedes бүләк иткәндәр

Элвин Грейҙың туйына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барған
Элвин Грейҙың туйына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барған

Кисә Өфөлә “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы советнигы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) менән Инзилә Фәтхетдинованың туйы үтте. Ҡунаҡтар араһында артистар Әнүәр Нурғәлиев, Айҙар Ғәлимов, Зәйнетдин, Рөстәм Ғиззәтуллин, Данир Сабиров, Салауат Фәтхетдинов булған. Чиновниктарҙан БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, вице-премьер Азат Бадранов, БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин килгән. Шулай уҡ республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең мәҙәниәт буйынса советнигын шәхси килеп ҡотлаған.

Әйткәндәй, йәштәрҙең туйына ҡиммәтле бүләк – Mersedes автомобиле бүләк иткәндәр. Был йомарт ҡунаҡтың кем икәнлеге билдәле түгел, тип хәбәр итте “Пруфы”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: