Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
18 Сентябрь 2021, 19:50

Яңы антирекорд

Башҡортостанда COVID-19-ҙан үлеүселәр һаны буйынса тағы яңы антирекорд теркәлде.

Яңы антирекорд
Яңы антирекорд

Үлеүселәр һаны һуңғы тәүлектә 17-гә артҡан һәм 1390 тәшкил итә, был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр иттеләр, тип яҙа “Башинформ”.

18 сентябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда бөтәһе 62 563 кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылған, был һан һуңғы тәүлектә 318-гә артҡан.

54 834 кеше һауыҡҡан, шуларҙың 197-һе һуңғы тәүлектә.

Коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаның икенсе компонентын 1 129 708 кеше яһатҡан, беренсе компонент менән вакциналаныусылар һаны – 1 244 710 кеше.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: