Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
23 Сентябрь 2021, 08:50

Илдар Ғарифуллин: “Матурлыҡ – ул тәү сиратта таҙалыҡ”

Башҡортостанда #ЭШЛӘРБЕҘ2021 Бөтә донъя таҙалыҡ көнө ойошторола

Илдар Ғарифуллин: “Матурлыҡ – ул тәү сиратта таҙалыҡ”
Илдар Ғарифуллин: “Матурлыҡ – ул тәү сиратта таҙалыҡ”

25 сентябрҙә Башҡортостанда  #ЭШЛӘРБЕҘ2021 Бөтә донъя таҙалыҡ көнө ойошторола. Республиканың Экология министрлығында белдереүҙәренсә, Рәсәйҙең 70 төбәгендә һәм донъяның 150 илендә был көндө күләмле экологик акция үткәрелә, тип хәбәр итте “Башинформ”.

«Башҡортостандың ҡала-райондарында өмә өсөн 700-ҙән ашыу майҙансыҡ билдәләнгән. Йәмәғәт институттарын, бизнесты, муниципалитеттарҙы, халыҡты бер командаға туплап, республика #ЭШЛӘРБЕҘ2021 экологик акцияһында ҡатнаша, – тине Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин. – Барыһын да коллегалары, ғаиләһе, дуҫтары менән урамға сығып, тирә-йүнде таҙартырға саҡырабыҙ, сөнки».

Бөтә донъя таҙалыҡ көнө – йыл һайын сүп-сар менән көрәшкә йүнәлтелгән социаль эшмәкәрлек программаһы. Урмандарҙы, ялан-ҡырҙарҙы, һыу буйҙарын таҙартыуға баҫым яһала. Мөмкин булған урындарҙа ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу ойошторола.

Бынан тыш, акцияла ҡатнашыусылар ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең заманса системаһын, айырым йыйыуҙы һәм эшкәртеүҙе, экологик йәшәү рәүешен пропагандалай.

«Былтыр республикала Бөтә донъя таҙалыҡ көнө акцияһында 75 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Барлыҡ ҡала-райондарҙа тәбиғәтте һаҡлау саралары уҙҙы. Йәмәғәт ойошмалары, йәштәр хәрәкәттәре, хакимиәт вәкилдәре, урындағы әүҙемселәр, экоирекмәндәр һәм битараф булмаған халыҡ өмәгә сыҡты. Һөҙөмтәлә 3,9 мең кубометр сүп-сар йыйылды», — тип иҫкә төшөрҙөләр ведомствола.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: