Йәмғиәт Общество
27 Сентября 2021, 04:50

Байрамығыҙ менән, тәрбиәселәр!

Бөгөн – Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө. МР хакимиәте башлығы Дәмин Юланов тәрбиәселәрҙе байрамдары менән ҡотланы:

Байрамығыҙ менән, тәрбиәселәр!Байрамығыҙ менән, тәрбиәселәр!
Байрамығыҙ менән, тәрбиәселәр!

Хөрмәтле тәрбиәселәр, мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре һәм педагогик хеҙмәт ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ – Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Кешенең иң йылы хәтирәләре бала саҡ менән бәйле. Ул донъяны танып-белеү, беренсе асыштар менән бәйле бәхетле һәм шатлыҡлы осор, барыһы ла яңы ғына башланған мәл. Балаларын мәктәпкәсә учреждениеға тапшырған ата-әсәләр уларға унда уңайлы һәм рәхәт булыуын теләй. Шуға күрә кескәйҙәрҙе улар менән уртаҡ тел таба, ҡыҙыҡһындыра, таланттарын һәм һәләттәрен үҫтерә белгән тәрбиәселәр ҡаршы алыуы мөһим. Беҙҙең Ейәнсура районында нәҡ шундай – балаларға күңел йылыһын биргән, уларҙы хәстәрлек менән солғаған тәрбиәселәр эшләй.

Хөрмәтле тәрбиәселәр, мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре! Һөнәри оҫталығығыҙ, йомарт күңелегеҙ һәм һайлаған эшегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең һөнәр бик кәрәкле һәм әһәмиәтле, сөнки нәҡ һеҙ көн һайын балаларға йөрәк йылыһын бүләк итәһегеҙ, характерына нигеҙ һалаһығыҙ, һәләттәрен үҫтерәһегеҙ.

Һеҙгә һәр саҡ уңыш юлдаш булһын, ижади идеяларығыҙ мотлаҡ тормошҡа ашһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем!

Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас