Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Октябрь 2021, 09:50

Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы

60-тан ашыу кеше дәүләт наградалары менән бүләкләнде

Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы
Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы

Республика көнө алдынан Радий Хәбиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы, тип хәбәр итте «Башинформ».

Бөгөн улар төрлө һөнәр эйәләренә тапшырыла, тип билдәләне Башлыҡ. Күп осраҡта уларҙың хеҙмәте менән Башҡортостан уңышлы үҫешә, ышаныслы рәүештә алға ҡарай, рейтингтарҙа юғары баҫҡыстарҙы биләй. Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, бүләкләнгәндәрҙең һәр береһе – республика ғорурлығы, барыһы ла йылы һүҙҙәргә лайыҡ.

«Бөгөн беҙ Өфө дәүләт авиация техник университеты профессоры Барый Ғәли улы Ильясовты бүләкләйбеҙ. Ул 60 йылға яҡын мәғлүмәт һәм робот техникаһы системаларын үҫтереү менән шөғөлләнә. Барый Ғәли улы – тиҫтәләгән дәреслектәр һәм монографиялар авторы, илебеҙ һәм донъя фәнендә абруй ҡаҙанған. Уның етәкселегендә 55 фән кандидаты, 19 фән докторы әҙерләнгән. Тағы бер күренекле ғалимыбыҙ, нефть-газ фәненә тос өлөш индергән Борис Николаевич Мастобаевҡа ла ихлас күңелдән рәхмәт әйткем килә. Борис Николаевич етәкселегендә 22 фән кандидаты әҙерләнгән. Ул Австрияның Леобен тау университеты менән ике диплом программаһы буйынса магистратура студенттарының берлектәге уҡыуын ойошторған», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика Башлығы Благовещен психоневрология интернаты директоры Айҙар Әйүповты ла билдәләне. Ул 30 йыл самаһы ошо учреждениела эшләй, интернатта дауалау процесы сифатын күтәреү өсөн күп эш башҡара.

Башҡортостан Башлығы 60-тан ашыу кешене дәүләт наградалары менән бүләкләне.

Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы исемен алған Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов ошондай юғары награда өсөн рәхмәт әйтте.

«Был — ҙур ышаныс, Радий Фәрит улы, мәҙәниәт өлкәһенә даими иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт, ниндәй ярҙам күрһәтелеүен күреп торабыҙ. Беҙ күп милләтле сәнғәтебеҙҙе Рәсәйҙә генә түгел, донъяла ла пропагандаларға тырышабыҙ. Барыһын да яҡынлашып килгән Республика көнө менән», – тине Асҡар Абдразаҡов.

Тантана һуңында Радий Хәбиров бүләкләнгәндәрҙе йәнә бер тапҡыр Республика көнө менән ҡотлап, пандемия осоронда үҙҙәрен һәм яҡындарының һаулығын һаҡлауҙарын һораны.

Бүләкләнеүселәр исемлеге.

Фото: Валерий Шахов / Башинформ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: