Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
13 Октябрь 2021, 18:50

Дарыу һатып алыуға тотонолған аҡсаны нисек кире ҡайтарырға

Юрист дарыуға сарыф ителгән аҡсаны кире ҡайтарыу ысулдары тураһында һөйләне

Дарыу һатып алыуға тотонолған аҡсаны нисек кире ҡайтарырға
Дарыу һатып алыуға тотонолған аҡсаны нисек кире ҡайтарырға

Табип тарафынан һеҙгә һәм ғаилә ағзаларығыҙға тәғәйенләнгән дарыуҙар өсөн социаль һалым ҡайтармаһын (вычет) алырға мөмкин.

Түләнгән һалым суммаһын фактик сығымдар суммаһына кәметергә мөмкин, әммә йылына 120 мең һумдан артыҡ түгел. Был сумма, балаларҙы уҡытыуға һәм ҡиммәтле дауаланыуға сығымдар өсөн ҡайтармаларҙан тыш, бөтә социаль ҡайтармалар өсөн берҙәм булып тора. Был хаҡта “Прайм” агенлығына “Яковлев и партнеры” юридик төркөмө адвокаты Евгения Рыжкова һөйләгән.

Уның әйтеүенсә, ҡайтарманы алыуҙың ике ысулы бар. Эш биреүсе эш хаҡынан һалым тотмаһын өсөн дарыу һатып алынған йылдың аҙағына ҡәҙәр һалым хеҙмәтенә социаль ҡайтармаға хоҡуҡты раҫлау тураһында ғариза, чектар, рецепт һәм, әгәр туғандарығыҙға дарыу алған булһағыҙ, ғаилә хәле тураһында справка тапшырырға кәрәк. Утыҙ көндән һуң һалым органы биргән уведомлениены эш биреүсегә тапшырыу талап ителәсәк.

Шулай уҡ дарыуҙар һатып алынған йыл тамамланғандан һуң өс йыл эсендә һалым хеҙмәтенә артыҡ түләнгән НДФЛ-ды ҡайтарыу тураһында ғариза, декларация һәм шул уҡ раҫлаусы документтарҙы тапшырырға мөмкин.

Фото: Яндекс. Картинки

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: