Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
15 Октябрь 2021, 17:05

"АҠСА ЕБӘРМӘҺӘГЕҘ, УЛЫҒЫҘ ҮЛӘСӘК!"

Улы армияла хеҙмәт иткән әсәнең телефонына шундай хәбәр килгән

"АҠСА ЕБӘРМӘҺӘГЕҘ, УЛЫҒЫҘ ҮЛӘСӘК!"
"АҠСА ЕБӘРМӘҺӘГЕҘ, УЛЫҒЫҘ ҮЛӘСӘК!"

Ырымбур өлкәһендә йәшәгән ҡатындан барн картаһына тиҙ генә 50 мең һум күсереүен талап иткәндәр. "Улығыҙ - беҙҙә! Тиҙ арала аҡса ебәрмәһәгеҙ, үләсәк" тигән хәбәрҙе алыу менән әсә улына шылтыратҡан. Тик телефонға яуап биреүсе булмаған. Әсә юғалып ҡала һәм тиҙ арала талап ителгән сумманы картаға күсерә. 

Кис инде, бушағас, улы шылтырата. Уның менән барыһы ла яҡшы була, шылтыратыусылар мутлашыусылар булыуы асыҡлана.

Ҡатын был ваҡиға буйынса полициға мөрәжәғәт иткән.

 

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: