Йәмғиәт Общество
25 Октября 2021, 06:45

Башҡортостанда йәшәгән ҡатынды СТС каналы судҡа биргән

Уйынсыҡтар һатҡан өсөн 150 мең һуға яҡын аҡса түләргә тура киләсәк

Башҡортостанда йәшәгән ҡатынды СТС каналы судҡа биргәнБашҡортостанда йәшәгән ҡатынды СТС каналы судҡа биргән
Башҡортостанда йәшәгән ҡатынды СТС каналы судҡа биргән

Башҡортостанда йәшәгән ҡатынды “Өс бесәй” йәнһүрәтендәге персонаждарҙың пластик уйынсыҡтарын һатҡан өсөн СТС каналы судҡа биргән, тип хәбәр итә gorobzor.ru Ишембай ҡала судының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.

Ҡатын 2019 йылдың июнендә “Өс бесәй” йәнһүрәтендәге Әсәй, Атай, Коржик, Компот һәм Карамелька персонаждарының пластик фигуралары йыйылмаһын һатҡан. Был персонаждар телеканалдың интелектуаль милеге булып тора һәм ҡатындың уларҙы файҙаланырға хоҡуғы булмаған.

Суд дәғүәсенең талаптарын нигеҙле тип таныған һәм яуаплылыҡҡа тарттырылыусынан тауар знактарын законһыҙ файҙаланған өсөн – 50 мең һум, авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙған өсөн компенсация сифатында 90 мең һум аҡса түләтеү тураһында ҡарар сығарған. Шулай уҡ Ишембай ҡалаһында йәшәүсе был ҡатын 5 мең һумдан артыҡ суд сығымдарын ҡапларға тейеш.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас