Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр ите. Республика етәксеһе белдереүенсә, Башҡортостанда 14 меңдән артыҡ эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре иҫәпләнә. Һәм улар “хатта бөгөнгө байрам көнөндә лә йәмәғәт тәртибе, беҙҙең граждандар һәм уларҙың мөлкәте һағында тора”.
Республиканың Эске эштәр министрлығы реестрында үҙҙәренең хеҙмәти бурысын үтәгәндә һәләк булған 177 хеҙмәткәрҙең фамилияһы теркәлгән. Һуңғы йылдарҙа ғына Төньяҡ Кавказдағы антитеррористик операцияларҙы 20 яҡташыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ. 30 кеше үлгәндән һуң – Батырлыҡ ордены, 6 кеше Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән.
“Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым. Тыныс дежурстволар, һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә тыныслыҡ һәм һаулыҡ теләйем”, – тип яҙҙы Башлыҡ.
Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.