Йәмғиәт Общество
10 Ноября 2021, 09:45

Өфөлә ярты миллион эш хаҡы түләргә вәғәҙә иткән вакансия бар

Башҡортостандың баш ҡалаһы ноябрҙә иң юғары эш хаҡы тәҡдим ителгән вакансия буйынса Мәскәүҙе уҙып китте

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә ярты миллион эш хаҡы түләргә вәғәҙә иткән вакансия барӨфөлә ярты миллион эш хаҡы түләргә вәғәҙә иткән вакансия бар
Өфөлә ярты миллион эш хаҡы түләргә вәғәҙә иткән вакансия бар

Был хаҡта Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында 110 мең вакансияны анализлағандан һуң SuperJob белгестәре белдерҙе, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Өфөлә нефть-газ компанияһының баш инженерына ай һайын кәмендә 500 мең һум түләргә әҙерҙәр. Мәскәүҙә иһә ноябрҙә тәҡдим ителгән иң юғары эш хаҡы түләнгән вакансия – банк продкуттары менән шөғөлләнеүсе проект етәксеһенә 350-430 мең һум эш хаҡы вәғәҙә итәләр.

Өфөлә шартлы эш хаҡы рейтингында икенсе урында “1С” программалаусы вакансияһы килә, уға 110 мең һумдан алып эш хаҡы тәҡдим ителә. Өсөнсө урында – 100 мең эш хаҡы менән продакт-менеджер.

Автор:Юлай Мурзабаев