Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2021, 14:50

Аҡсағыҙҙың бәрәкәте булһын өсөн

Сайттағы кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ. Аҡсаларығыҙ бәрәкәтле булһын, файҙалы итеп тотонорға яҙһын. Иң мөһиме - үҙегеҙ иҫән-һау булығыҙ!

Аҡсағыҙҙың бәрәкәте булһын өсөн
Аҡсағыҙҙың бәрәкәте булһын өсөн

Аҡсағыҙ бәрәкәтле булһын тиһәгеҙ:

* шишәмбе кѳндѳ бурысҡа аҡса бирмәгеҙ—ғүмер буйы бурыслы булып йәшәрһегеҙ;

* аҡсаны һул ҡул менән алығыҙ, ә уң ҡул менән бирегеҙ;

* аҡса гѳлѳ (толстянка) ултыртығыҙ. Әммә уны һатып алмағыҙ, ә үҙегеҙ кескенә саҡтан алып үҫтерегеҙ;

* аш-һыу бүлмәһендә эскәтер йәиһә клеенка аҫтына аҡса һалырға онотмағыҙ—йортоғоҙҙан аҡса ѳҙѳлмәҫ;

* аҡса иҫәп ярата. Әммә «копилка»ла тупланған аҡсағыҙҙы ҡат-ҡат һәм, иң мѳһиме—кисен һанамағыҙ;

* аҡса һыу кеүек тиҙ ағыусан, шуға ла ѳйѳгѳҙҙә тѳҙѳк булмаған сантехника булмаһын, унитаз ҡапҡасын гел ябыҡ тотоғоҙ.

Шундай хѳрәфәт тә бар—урамда осраған тин аҡсаны алырға ярамай, бигерәк тә юл саттарындағыһын. Уның әфсенләп-тѳфсѳнләп ташланған булыуы ихтимал. Бындай аҡсалар тотоноп үҙегеҙгә ғүмерлек сир алыуығыҙ ҙа бар.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас в