Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
30 Ноябрь 2021, 09:45

Кемдәрҙе ҡулға эйәләштергәнһең, шулар өсөн яуаплыһың!

Бөгөн – Бөтә донъя йорт хайуандары көнө

Кемдәрҙе ҡулға эйәләштергәнһең, шулар өсөн яуаплыһың!
Кемдәрҙе ҡулға эйәләштергәнһең, шулар өсөн яуаплыһың!

Йорт хайуандары көнө уңайынан күп илдәрҙә төрлө саралар ойошторола. Ҡайҙалыр ҡаты мөғәләмә күрһәтеүҙән хайуандарҙы яҡлау пикеттары үткәрелә, икенсе урындарҙа хайуандарға приют йәки клиника булдырыуҙы күтәргән флешмобтар, эт һәм бесәйҙәргә арналған күргәҙмәләр уҙғарыла.

Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта бөтә донъя буйынса "Ҡыңғырау" акцияһы киң йәйелдерелә. Ул нимәнән ғибәрәтме? Ҡайһы бер илдәрҙең йәки ҡалаларҙың зоопарктарында балалар 1 минут буйына ҡыңғырауҙар шылтырата. Был иһә бөтәһен дә хайуандарҙы һаҡлау проблемаһына иғтибар итергә саҡыра.

Бөтә донъя йорт хайуандары көнөн нисек генә үткәрһәләр ҙә, бөтә акциялар, сараларҙың маҡсаты — йорт хайуандарын яҡлау мәсьәләләренә киң йәмәғәтселектең (бигерәк тә йәш быуындың) иғтибарын йәлеп итеү, уларға һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, йорт хайуандарын тәрбиәләү яуаплылығын арттырыуға ҡайтып ҡала. Йорт хайуандары хужалары билдәләүенсә, һәр бер йорт хайуанына ла яҡынайыу юлын табыу бик еңел, тик уларҙы яратырға ғына кәрәк, шул ваҡытта улар һиңә яҡыная, яҡшылыҡ менән яуап бирә.

Фото: 40a.media / u-f.ru

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: