Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Декабрь 2021, 18:13

Батырҙарын онотмай Тыуған ил

2007 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы 9 декабрҙә Ватан геройҙары көнө билдәләнә. Был байрамдың тарихына күҙ һалһаҡ, ул Екатерина II-нең тыуған илде һаҡлағанда айырыуса батырлыҡ күрһәткән офицерҙарға тапшырыу өсөн иң юғары хәрби награда – Изге Георгий ордены булдырыуына барып тоташа. Хәҙер был көндө Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Геройҙарын, Изге Георгий ордены һәм Дан ордены кавалерҙарын хөрмәтләйҙәр.

Батырҙарын онотмай Тыуған ил
Батырҙарын онотмай Тыуған ил

Бөйөк Ватан һуғышына беҙҙең райондан саҡырылған алты яугир  – Ҡотләхмәт Хәйбуллин, Ҡәйүм Әхмәтшин, Николай Бедренко, Григорий Филатов, Алексей Рутчин, Иван Корнеев күрһәткән батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Яҡташтарҙың ҡаһарманлығы онотолмай. “Дуҫлыҡ” паркында улар хөрмәтенә Дан аллеяһы булдырылып, алты батырҙың да бюстары ҡуйылды.

Ватан геройҙары көнөндә тантаналы митингтар Чекмарев исемендәге парктағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған мәңгелек ут янында һәм “Дуҫлыҡ” паркындағы Дан аллеяһында үтте. Район Советы секретары Марат Мөхәмәтов сараға килгәндәрҙе был көндөң барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырҙы.  Район ветерандар советы рәйесе Нәзирә Кәримова,  район хакимиәтенең Йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек начальнигы Фидан Түләбаев, “Бөркөт” хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы вәкилдәре, 2-се һәм Ф. Солтанов исемендәге мәктәптәр уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашлығында үткән был сара батырҙар бюстарына һәм мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу менән тамамланды.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: