Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
25 Декабрь 2021, 17:40

Хөрмә: көн дә ашауҙың файҙаһы

Хөрмә онкология, үпкә ауырыуҙарын, бөйөрҙә таш барлыҡҡа килеүен иҫкәртә. Уны нерв ҡуҙғығанда, кәйеф булмағанда ашау ҙа һөҙөмтә бирер. Тағы ла хөрмә күҙҙең күреү һәләтенә булышлыҡ итә һәм организмдың ҡартайыуын тотҡарлай икән. Хөрмә яратыусылар оҙон ғүмерле була икән.

Хөрмә: көн дә ашауҙың файҙаһы
Хөрмә: көн дә ашауҙың файҙаһы

Иртәнге аш ваҡытында ашаған хөрмә башты эшләтә, аҡыл эшмәкәрлеген әүҙемләштерә.

Уны артыҡ ауырлыҡ менән көрәшеүселәр ҙә ашай ала – татлы булыуна ҡарамаҫтан, колорийҙары аҙ икән.

Хөрмә емешенең “кәпәсен” һейҙек тотмауын дауалағанда уңышлы ҡулланалар. 1 аш ҡалағы ваҡланған “кәпәс”кә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатырға ла томалап берәр сәғәт тоторға. Көнөнә ике тапҡыр 1/3 стакан эсергә.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: