Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
13 Ғинуар 2022, 14:35

Башҡортостан Башлығы Ҡыш бабайҙан нимә һорарға теләүен әйтте

Радий Хәбиров Гайдар форумында «Милли һаулыҡ һаҡлау системаһын яңынан ҡарау» дискуссияһында ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Ҡыш бабайҙан нимә һорарға теләүен әйтте
Башҡортостан Башлығы Ҡыш бабайҙан нимә һорарға теләүен әйтте

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, “түңәрәк өҫтәл”дә Иваново өлкәһе, Пермь крайы губернаторҙары, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре, медицина селтәрҙәре һәм дауаханалар, шул иҫәптән Мәскәүҙең «Коммунарка» ковид-госпитале вәкилдәре ҡатнашты.

Башта дискуссия модераторы Владимир Соловьев ҡатнашыусыларға иҫке Яңы йыл уңайынан Ҡыш бабайға үҙ теләген белдерергә тәҡдим итте.

«Беҙ уға башлыса үҙебеҙ хәл итә алмаған проблемалар менән мөрәжәғәт итәбеҙ, — тине Башҡортостан Башлығы. — Дөйөм тырышлыҡ менән байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итербеҙ — дауаханалар һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөрбөҙ, кәрәкле ҡорамалдар һәм дарыуҙар алырбыҙ тип ышанам. Әммә халыҡтың аңын үҙгәртеү, уларҙы үҙ һаулығына яуаплы ҡарарға мәжбүр итеү бик ауыр. Беҙ вакцинация барышында шундай күренешкә  тап булдыҡ. Шуға күрә ошо хаҡта һорар инем».

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: